Бар күңеленән уҡыған доғалары ла күптәргә дауа

Тормошобоҙҙо яҡшы кешеләр биҙәй. Һәр кем оло йөрәкле, аҡ күңелле, изге йәнле була алмай.

Тормошобоҙҙо яҡшы кешеләр биҙәй. Һәр кем оло йөрәкле, аҡ күңелле, изге йәнле була алмай. Ә беҙҙең арала ошо сифаттарҙың барыһын да үҙендә туплаған ағинәйҙәр бар. Һүҙем Салауат районының Арҡауыл ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Мөслимә Мөхтәбәрова тураһында.

Мөслимә Мәһәҙи ҡыҙы Дыуан районының Ҡәҙер ауылында күп балалы  ғаиләлә тыуып үҫкән. Һуғыш йылы балаларына тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫергә тура килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул уҡытыусы дипломына эйә булып, яратҡан һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай.

Тормош юлында ауыл егеттәренең аҫылы булған Сәмиғулла ағайҙы осратып, киләсәген уның менән бәйләй. Йәштәр матур ғаилә ҡороп, татыу ғына йәшәп китә. Уларға Салауат районының төрлө ауылдарында эшләргә тура килә. Һәр ерҙә лә үҙҙәрен яҡшы белгес итеп күрһәтәләр. Мөхәббәт емештәре булып тәүҙә улдары Илдар, һуңынан ике ҡыҙ, ике ул донъяға килә. Һәр ҡайһыһына белем биреп, үҙҙәре кеүек тырыш итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.

Һуңғы йылдарҙа Фәссәховтар ғаиләһе Арҡауыл ауылында төпләнеп ғүмер кисерә. Мөслимә Мәһәҙи ҡыҙы бар ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә бағышлай. Ул балаларҙа илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй, тыуған яҡтың сағыу биҙәктәрен күрергә, башҡортса матур итеп һөйләшергә, шиғырҙар-хикәйәләр уҡырға  өйрәтә. Уның етәкселегендә бик күп йылдар мәктәп тормошон сағылдырған гәзит сығарыла.

Мөслимә Мөхтәбәрова мәктәптә эшләгән саҡтарында  йөкмәткеле, тәрбиәүи кластан тыш саралар үткәрә. Булмышы менән уҡытыусы булған педагогтың хеҙмәтенә ҙур баһа бирелә. Мәктәп, ауыл советы, район хакимиәтенән алынған бихисап маҡтау ҡағыҙҙары ла ошо турала һөйләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн тырыш уҡытыусыға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы Мөслимә апайҙы барлыҡ ауылдаштары, коллегалары, уҡыусылары хөрмәт итә.  Ауылдағы бер генә сара ла унан башҡа үтмәй. Олоһона ла, кесеһенә лә ул – ихлас кәңәшсе. Заманында профсоюз етәксеһе лә була, сәйәси уҡыуҙар ҙа үткәрә.

Бөгөн дә педагогия хеҙмәт ветераны әүҙем тормош алып бара. Хаҡлы ялда булған коллегаларына төрлө тәмле аштар бешереп, барып хәлдәрен белергә лә ваҡыт таба, йәштәргә ярҙам итергә лә өлгөрә. Балаларына оло терәк, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ҙә ул. Уның өй эсе лә, урамы ла сәскәгә күмелгән. Бар күңеленән уҡыған доғалары ла күптәргә дауа.

Барыһы өсөн өлгө булған ауылымдың ағинәйенә бәхетле оҙон ғүмерҙәр теләйбеҙ. Мөслимә апай кеүек ҙур йөрәкле ветерандарыбыҙ булғанда, телебеҙ ҙә, илем дә мәңге йәшәр.

Автор: Лида ХӘЙРЕТДИНОВА,  Салауат районы.

Лида ХӘЙРЕТДИНОВА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина

Последние новости

Судебное разбирательство по делу о неисполнении договорных обязательств

И.о. ректора ФГБОУ требует взыскания штрафа за неисполнение договора о целевом обучении.

Международный день борьбы с коррупцией: важность и последствия

9 декабря мир отмечает день, посвященный борьбе с коррупцией.

Новые инициативы по улучшению общественного транспорта в городе

Городские власти представили план модернизации транспортной инфраструктуры.

Частотник

Осуществляем поставку в оговоренные сроки, обеспечивая быструю отправку

На этом сайте представлены актуальные варианты, чтобы снять квартиру в Мичуринске на выгодных условиях

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *