Нуриман районың башҡорттары Ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

2025 йылдың 16 ғинуарында Нуриман районың башҡорттары Ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте.

2025 йылдың 16 ғинуарында Нуриман районың башҡорттары Ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Был ултырышта Нуриман районы башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, бюджет учреждениелары етәкселәре, мәғәриф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары, дин әһелдәре ҡатнашты.
Ултырыш Ҡоролтайыбыҙ гимны "Урал" көйө менән асылды. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының эшмәкәрлеге тураһында видеоролик ҡарау менән дауам ителде.
Киңәйтелгән ултырышта ҡатнашыусыларҙы Нуриман районы хәкимиәт башлығы Вилдан Венер улы тәбрикләне.
Һуңынан ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопава сәләмләне һәм башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тураһында, быйылғы 2025 йыл "Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү йылы" тип иғлан ителеүе тураһында бәйән итте.
Ултырыш Нуриман районы башҡорттары Ҡоролтайының үткән 2024 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында Ҡоролтай рәйесе Зөлфиә Шәйәхмәт ҡыҙы Әхмәҙиева, башҡорт үҙәге етәксеһе Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы Бикбаева, Павловка ҡасабаһында "Ағинәйҙәр" етәксеһе Зөһрә Абдулла ҡыҙы Аҡдәүләтова башҡарған эштәргә йомғаҡ яһаны.
6 съезд делегаты Гөлназ Рәйес ҡыҙы Бәҙретдинова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы Дамира Миннислам ҡыҙы Шәрәфетдинова ултырышта ҡатнашыусыларға 6 Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының резолюцияһын уҡып ишеттерҙе.
Ошо эштәрҙә, сараларҙа әүҙемлек күрһәткән, илем, телем тип янып йәшәгән милләттәштәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
"Рухи мираҫҡа, башҡорт теленә, беҙҙә ғүмер кисергән халыҡтың үткәненә, йолаларына, тыуып үҫкән ергә һәм матур кешеләренә дан йырлаусыларҙың һаны артһын. Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!" тигән ышаныста ҡалайыҡ!

Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»

Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!

Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто

Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).

История «Победы»: от кино к театру

Одно из знаковых мест северной части Уфы – бывший кинотеатр «Победа» . Первый камень в основание его фундамента заложили 80 лет назад – 9 мая 1945 года .

Здесь вы можете узнать о лучших предложениях и выгодных условиях, чтобы купить квартиру в Дзержинске

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *